Әбйәлил районында баҡыр сығарыу буйынса инвестиция проекты тәҡдим ителде

Әбйәлил районы Буранғол һәм Амангилде ауыл биләмәләрендә баҡыр сығарыу буйынса инвестиция проектын тәҡдим ителде. Яуаплылығы сикләнгән «Салауат» йәмғиәте тиҙҙән районда геологоразведка эштәрен башларға ниәтләй. Баҡыр запастары барлығы раҫланһа, инвестор тәбиғәткә зыян килтермәй торған экологик технологиялар ҡулланып муниципалитет үҫешенең төп көсө була алған предприятие төҙөргә әҙер. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Осрашыу предприятие етәкселеге тәҡдиме менән ойошторолдо . Халыҡтың һорауҙарына профессиональ экологтар, тәжрибәле эксперттар яуап бирҙе. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев аңлатыуынса, компания Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты биргән лицензияға ярашлы геологоразведка уҙғарыуға хоҡуҡ алған. Лицензия участкаһының майҙаны 229 гектар.Белгестәр бында баҡыр запасы яҡынса 1 млн тонна тәшкил итә тип фаразлай. Әгәр был ресурстарҙың барлығы һәм иҫәпләүҙәр эшкәртеүҙең иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығын раҫлаһа, Әбйәлил районда мәғдән эшкәртеү менән сығарыу предприятиеһын булдырырға тәҡдим ителә.

Беҙҙең технологияны Ҡарабаш берекмәһе менән сағыштырыу дөрөҫ түгел. Презентацияла руда табыу, уны эшкәртеү, баҡырҙы концентратҡа айырыу һәм металлургия заводтарына оҙатыу хаҡында һөйләнем. Беҙ металл иретеү менән шөғөлләнмәйбеҙ

Таһир Бәхтигәрәев, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе

Өфө дәүләт нефть техник университетының геология, гидрометеорология һәм геоэкология кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Владимир Никонов Салауат ятҡылығында ҡасандыр тәбиғәт тарафынан һалынған һәм илебеҙ иҡтисады өсөн кәрәкле баҡыр запастарының әкренләп йыуылып, йылғаларға эләгеүенә иғтибар итте.Әгәр ятҡылыҡты эшкәртә башламаһаҡ, процесс дауам итәсәк, ә һыуҙа эрегән баҡыр кешеләрҙең һәм хайуандарҙың һаулығына хәүеф тыуҙыра.

«Рус баҡыр компанияһы» үҙ эшенә социаль һәм экология йәһәтенән яуаплы ҡарашта. Әммә мәғдәндәрҙе табыу процесында көтөлмәгән осраҡтарға әҙер торорға тейешбеҙ. Былтыр оҙайлы ямғырҙар яуыуға ҡарамай, был компаниянан бер генә кубометр һыу ҙа ситкә ағып сыҡмаған.

Владимир Никонов, Өфө фән һәм технологиялар университетының геология кафедраһы мөдире

Ә биологтар иһә тәбиғәт тереклегенә ҡарата үтә лә һаҡ булырға кәрәклеген белдерҙе.

Мәғдән етештереүҙең тирә-яҡ мөхиткә тәьҫирен баһалау инженер-экологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә асыҡланасаҡ.Ҡыҙыл китапҡа ингән хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе ҡурсалау өсөн айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу ҙа төп маҡсат булып тора.

Василий Мартыненко, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе, биология фәндәре докторы, тәбиғәт запастары буйынса дәүләт комиссияһы эксперты
Башбат

Ятҡылыҡты эшкәртеү тамамланыу менән барлыҡҡа килгән карьер рекультивацияланасаҡ. Уның урынында яһалма күл булдырыласаҡ, уның ярҙары төҙөкләндерелеп үлән һәм ағастар үҫәсәк. Районға туристар ағымы артасаҡ.Әбйәлилдәр осрашыуҙарға мәҙәниәт йорттары залдарын тултырып килде. Халыҡ бәхәсләште, проекттың экологик таҙалығына, тәбиғәткә йоғонтоһона ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.

«Салауат» баҡыр мәғдәне участкаһы ауылдарҙан һәм тәбиғәт объекттарынан байтаҡ алыҫлыҡта урынлашҡан.Исхаҡ, 8 ярым, Буранғол 10 ярым км алыҫлыҡта ята. Яҡтыкүл, Йәшел Ялан ауылдары, улар янындағы Яҡтыкүл мәғдәнле участканан 11 һәм 12 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡырҡтытау һырты өсөн дә хәүеф юҡ, ул, башҡа мөһим тәбиғәт объекттары кеүек үк, алыҫ ята . Геологик эҙләнеүҙәрҙе 2027 йылға тамамлау күҙаллана, параллель рәүештә проект та әҙерләнә, уның буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелә. Дәүләт экспертизаһы ыңғай үткән осраҡта, комбинатты 2029 йылда сафҡа индерергә мөмкин, ти белгестәр.

«Салауат» ятҡылығына килгәндә уо Рәсәй күләмендәге әһәмиәтеле стратегик запастарҙың береһе. Уға Хөкүмәттең һәм бизнестың иғтибар итеүе юҡҡа түгел.Баҡыр ятҡылыҡтар Силәбе өлкәһендә, Хабаровск крайында һәм башҡа ерҙәрҙә бар. Баҡыры әҙ булған осраҡта, күпләп табыу арҡаһында был производство табышлы эшләйәсәк.

Рәсих Хәмитов, Рәсәй тау фәндәре академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, ер аҫты байлыҡтарын табыу буйынса Рәсәйҙең почетлы тау разведчигы, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы

Производствоға 40 миллиард һум инвестиция һалыу планлаштырыла, бында йылына 10 миллион тонна мәғдән етештереү күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырған осраҡта предприятиеның һалым түләүҙәре 26 миллиард һум тәшкил итәсәк. Район халҡы өсөн 1500 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Был һан 2-4 тапҡырға юғарыраҡ булыуы ла мөмкин. Инвестор теләгән һәр кемде, бигерәк тә йәштәрҙе, ихтыяж булған һөнәрҙәр буйынса үҙ иҫәбенә уҡытыу ҙа ойошторасаҡ. Предприятие Әбйәлил районы йәштәрен Өфө, Екатеринбург, Магнитогорск ҡалаларының техник юғары уҡыу йорттарына ебәрергә әҙер. Шулай уҡ колледждар мәсьәләһе лә хәл ителәсәк.

Цех иҙәндәре тап-таҙа, беҙ бахиллалар кейеп йөрөйбөҙ.Комбинатта саң юҡ. Метал булмағас, торбалар ҙа юҡ.Ҡышын яуған ҡарҙың да ла яҡташтар ынйы кеүек таҙа икәнлеген үҙ күҙҙәре менән күрҙе.

Рафиҡ Абдуллин, Томинский тау-байыҡтырыу комбинатының конвейер машинисы

Районды тергеҙеү ауыл кешеләренең хыялы. Күптәр ауылдарҙағы йорттарҙың буш тороуына зарлана, йәштәр ситкә китә. Кешеләр ауылда йәшәргә теләй, әммә эш эҙләргә мәжбүр, әгәр проблема хәҙер үк хәл ителмәһә, 30 йылдан һуң ауылда бер кем дә ҡалмаясаҡ.

«Һәр кем һайлау алдында тора артабан да вахтаға йөрөүҙе дауам итергәме, әллә балаларының киләсәген уйлап,тыуған ерҙә эшләргәме тигән һорауға яуап бирергә тейеш», тип билдәләне осрашыуға йомғаҡ яһап Таһир Бәхтигәрәев.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ