Был минуттарҙа Башҡорт драма театрында бөйөк ижадсы менән хушлашыу сараһы башланып тора. Унда Фидан Сафа улының туғандары, дуҫтары, коллегалары һәм яҡташтары ҡатнаша. “Фидан Ғафаров бар ғүмерен театрға арнаны. Ул һөнәргә тоғролоҡ, хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өлгөһө”, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров.
Фидан Ғафаров оҫта йырсы булды. Уның башҡарыуында “Ҡышҡы романс” һәм “Өфө йүкәләре” йыры халыҡ араһында ҙур танылыу яуланы. Был көндәрҙә социаль селтәрҙә бик күптәр легендар шәхес тураһында матур хәтирәләр ҡалдыра, актерҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. “Беҙ театрға уны күрергә, уның моңло йырҙарын тыңларға йөрөнөк”, - ти Өфөнән Фәриҙә Садыҡова.
Фидан Ғафаровҡа 77 йәш ине. Ул тыуған яғы - Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында ерләнә.




