Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 86 мең гектар сәселгән, был - пландың 7 проценты. Әле башлыса иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселә. Шулай уҡ 4 районда шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарына төшкәндәр. Быйыл татлы тамыр өсөн 46 мең гектар ҡаралған.




