Өфөлә Фидан Ғафаров менән хушлаштылар

Республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың улы Азаматҡа атаһының «Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденын тапшырҙы. Бүләкләү тураһындағы Указ артист иҫән саҡта уҡ ҡабул ителгән булған. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында бөгөн легендар сәхнә оҫтаһы менән хушлашыу үтте. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Фидан Сафа улы бик күп юғары исем, наградаларға лайыҡ шәхес ине. Шулай ҙа иң ҙур ҡаҙанышы - халыҡтың ихлас һөйөүен яулауҙа. Ике туғандаш республиканың яратҡан артисы булды ул.

Легендар шәхес, миллиондарҙың һөйөүен яулаған Фидан Ғафаров 27 апрелдә 77 йәшендә арабыҙҙан китте. Яҡындары ҡарары буйынса, ул тыуған яғы - Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында ерләнәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ