Ғәҙәттәгесә, хәрбиҙәрҙе оҙатыу сараһы « Өфө-Арена «майҙанында үтте. Һалдаттар ваҡытын өйҙә, туғандары һәм яҡындары менән үткәргән, тормош-көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Күптәре хатта «Батырлыҡ дәрестәрендә» ҡатнашып, уҡыусылар менән аралашырға өлгөргән. Рухи көс, яңы көс туплаған яугирҙар дәүләт бурысын үтәүгә әҙер. Республиканың Хәрби комиссары урынбаҫары Дмитрий Литвяков хәрбиҙәргә изге теләктәрен белдерҙе. Ул Башҡортостан Башлығы исеменән яугирҙарға - хәрби батырлыҡтары, ә ғаиләләргә сабырлыҡ һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.



