Башҡортостанда «Еңеү балалары» статусына эйә граждандарға икешәр мең һум аҡса түләнәсәк

Башҡортостанда «Еңеү балалары» статусына эйә граждандарға Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан икешәр мең һум аҡса түләнәсәк. Был туралағы Указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Түләү 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандарға тапшырыла. Республика Хөкүмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда ошо категорияға ҡараған 108 меңгә яҡын кеше йәшәй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ