Бөгөн Өфөгә Еңеү паровозы килде. Хәрби техника, реконструкторҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт. Куйбышев тимер юлдары проекты Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Раритет техника менән танышырға өфөләр ғаиләләре менән килде. Улар араһында Т-34-76 легендар танкы, Икенсе донъя һуғышын ғына түгел, беренсеһен дә үткән артиллерия орудиелары ла бар. Платформаларҙың береһен Советтар Союзы ленд-лиз буйынса алған амфибия транспорт сараһы биләй. Был машина ауыр яуҙар аша үткән. Иң ҡыҙығы - составты 40-сы йылдарҙа сығарыла башлаған «Лебедянка» паровозы башлай.
Баш ҡаланың мәҙәни ойошмалары Еңеү поезын йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды. Бынан бер сәғәт элек состав Стәрлетамаҡҡа юлланды.



