Баш ҡалала Фидан Ғафаров менән хушлаштылар

«Ғүмер ағыштары» туҡтаны. Республика йәмәғәтселеге Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Фидан Ғафаровты һуңғы юлға оҙатты. Башҡорт драма театрына актер менән бәхилләшеүгә меңдәрсә кеше килде. Яҙма милли театр сәнғәтендә йондоҙ булып балҡып, халыҡтың оло һөйөүен яулаған шәхестең мәңгелек ижадына оло ихтирам менән әҙерләнде.

Яҙҙың ҡарлы көндәре әйтерһең, үҙе хушлашыу йыры булып яңғырай. Легендар сәхнә оҫтаһы Фидан Ғафаровтың билдәле йырындағыса ғүмер ағышы туҡтап, барса халыҡты тетрәндерҙе. Башҡорт академия драма театры етемһерәп ҡалды. Артистың йәшәү рәүеше сәнғәттән айырылғыһыҙ булды.

Республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың улы Азаматҡа атаһының «Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденын тапшырҙы. Бүләкләү тураһындағы Указ артист иҫән саҡта уҡ ҡабул ителгән булған. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Фидан Сафа улы бик күп юғары исем, наградаларға лайыҡ шәхес ине. Шулай ҙа иң ҙур ҡаҙанышы - халыҡтың ихлас һөйөүен яулауы. Ике туғандаш республиканың яратҡан артисы булып танылыуында...

«Фидан Ғафаровты барыһы ла яратты,»- тине үҙ сығышында республика башлығы. Ҡабатланмаҫ таланты, сәнғәткә тоғролоғо, сәхнәләге образдарының көслө, сағыу һәм тәьҫирле булғаны өсөн. Ҙур сәхнә булһынмы, бәләкәй ауылдарҙағы мәҙәниәт йорттарымы - ул һәр ваҡыт эшен яратып башҡарҙы.

Үҙе китһә лә, хазинаға тиң ижады, сәхнәләге образдары, йырҙары менән халыҡ күңелендә, хәтерендә ҡаласаҡ Фидан Сафа улы... Бәхилләшеүгә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева ла килгәйне. «Сәхнәлә күп тапҡырҙар мөхәббәт уйнаһаҡ та, тормошта беҙ ысын, тоғро дуҫтар булдыҡ,»-тине ул ижадташы хаҡында.

Күренекле шәхесте юғалтыу тамашасыларҙың уртаҡ хәсрәте. Ҡайғы уртаҡлашыуҙар иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы менән Театр эшмәкәрҙәре берлегенән дә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары килгән. Алда Башҡортостанда сәхнә оҫтаһының исемен мәңгеЛәштереү, ижадын киләһе быуындарға танытыу буйынса эш алып барыу бурысы ла тора.

Легендар артистың грим бүлмәһе театрҙың дүртенсе ҡатында урынлашҡан. Сәхнәнән алыҫ. Журналистар менән аралашҡанда ла ул күп тапҡырҙар театр буйлап йөрөргә яратыуын билдәләгәйне. Шулай спектаклдән спектаклгә, премьеранан премьераға йүгереп үтә уның тормош юлы. Ябайлығы менән арбай ул тамашасы күңелен.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Фидан Ғафаров ҡатнашлығындағы спектаклдәр һәр ваҡыт аншлаг менән үтә. «Бәхет хаҡы»н ғына алайыҡ, ун ике йыл эсендә ул 198 тапҡыр ҡуйылған... Сираттағыһы 3 майҙа көтөлгән. Әммә үкенескә, артист бөгөн сәхнә түрендә - һуңғы тапҡыр .

«Ҡышҡы романс», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Юҡҡа түгел», «Өфө йүкәләре» - Фидан Ғафаров башҡарыуындағы йырҙар быуындарҙы бәйләй. Мәңгелек йырҙарҙы бер нисә быуын вәкилдәре үҙ итә.

Миллиондарҙың һөйөүен яулаған Фидан Ғафаровты яратҡан тамашасылары һуңғы юлға көслө алҡыштар менән оҙатты. Яҡындары ҡарары буйынса, ул тыуған яғы - Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында ҡатыны эргәһендә ерләнде. Халыҡ ихтирамын тойоп ижад иткән, эшләгән һәм йәшәгән данлыҡлы актер үҙенә булған мөхәббәтте ҡалдырҙы. Ул - мәңгелек.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ