Өфөнөң Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә Хәтер аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфө йүкәләре тағы ла 40 төпкә артты. Өфөнөң Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә Хәтер аллеяһы барлыҡҡа килде. Республиканың халыҡтар дуҫлығы йорто башланғысы менән ҡала баҡсаһында 80 төп үҫенте ултыртылды.

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арналған акцияла республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, учреждениелар, хәрби-патриотик йәмәғәт ойошмалары ағзалары, Башҡортостандың милли-мәҙәни үҙәктәре етәкселәре һәм активистары ҡатнашты. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы буйынса бында берҙәмлек һәм хәтер символы итеп 40 төп ҡарағай һәм 40 төп йүкә ултыртылды.

Был акция - Рәсәй көнөнә арналған Рәсәй милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы булышлығында Башҡортостандың халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан тормошҡа ашырылған «Бөтә заман геройҙары» проектының бер өлөшө.

Ағастарҙы ултыртып бөтөүгә апрель аҙағында яуған ҡар ҙа иреп бөтә яҙҙы. Изге эшкә паркҡа ял итергә килеүселәр ҙә ҡушылды.

Берҙәмлек, тыныслыҡ һәм киләсәккә өмөт символы булған аллеяны ултыртыуҙа ҡатнашыусылар ағастарҙы тәрбиәләп һыу һибеп торорға килеште.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ