Награданы хәрби ялға ҡайтҡан саҡта Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Ильвир Нурдәүләтов тапшырҙы. Быйыл февралдә “Албанец” иптәштәре менән дошмандың артиллерия утына эләгә, уларға дрондар һөжүм итә. Ауыр хәлгә ҡарамаҫтан, хәрбиҙәр дошманды һәм уның терәк пунктын юҡ итә. Был алышта “Албанец”, уның иптәштәре, шул иҫәптән командир яралана. Яҡташыбыҙ төркөм менән етәкселекте үҙ өҫтөнә ала, яраланғандарҙы эвакуациялауҙы, хәүефһеҙ урынға күсереүҙе ойоштора. Командование уның тағы бер батырлығын билдәләй. “Албанец” алыштарҙың береһендә яраланған хәлдә, хәрби бурысын үтәүен дауам итә, эвакуациянан баш тарта. Дауаланып сыҡҡас, мотоуҡсылар ротаһына яңынан сафҡа баҫа.




