Быйыл текстар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналды. Офлайн майҙансыҡтарҙа 333 меңгә яҡын кеше диктант яҙһа, 72 мең ярым ҡатнашыусы онлайн форматты һайлаған. Шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән – 18 меңдән ашыу, башҡа илдәрҙән 1 мең 600 кеше башҡорт теленән белемен тикшергән,тип белдерәләр акцияны ойоштороусылар. Диктантты яҙыусылар өс төркөмгә- башланғыс кимәл, иркен аралашыусылар һәм төньяҡ-көнбайыш диалектына бүленде. Халыҡ-ара акция 11-се тапҡыр уҙғарылды. Рәсми һөҙөмтәләр 30 көн эсендә сайтта баҫылып сыға.




