Фермерҙар ер биләмәләре майҙанын 40 тапҡырға киңәйтә ала

Республика парламенты  закон ҡабул итте.  Уға  ярашлы, фермер хужалығы  биләмәһе  иң күбе  2 мең гектарға  етеүе мөмкин.  Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, әлегәсә республикала  фермерҙар 50 гектарға тиклем ерҙе аукционһыҙ ҡуртымға  алған. Был нормалар заман талаптарына яуап бирмәй. Күп хужалыҡтар артабан үҫешергә әҙер. Яңы закон фермерҙарға күпкә һөҙөмтәле эшләү мөмкинлеге бирергә тейеш. Республикала 7 мең фермер хужалығы бар.  Улар миллион гектарҙан ашыу ер файҙалана.

Фото №1 - Фермерҙар ер биләмәләре майҙанын 40 тапҡырға киңәйтә ала
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ