Өфөлә Рәсәй халҡы батырлығына арналған махсус поезды ҡаршылайҙар

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған тематик состав 13 майҙа тимер юл вокзалына килеп етә. Ул 19 апрелдә Мәскәүҙең Киев вокзалынан юлға сыҡты. Илдең 75 ҡалаһында туҡталыш яһай. Поезд Өфөлә урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем перронда тора. Халыҡ заманса ҡоралдар һәм хәрби техника өлгөләре менән таныша ала. Экспозициялар Рәсәй хәрбиҙәренең ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығына арнала. Оборона министрлығы уҙғарған өгөт-пропаганда акцияһы барышында Башҡортостан артистары ҡатнашлығында концерт тәҡдим ителә. Халыҡты һалдат бутҡаһы менән һыйлайҙар.

Фото №1 - Өфөлә Рәсәй халҡы батырлығына арналған махсус поезды ҡаршылайҙар
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ