“Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды

Быйыл ижади ярыш Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йылына арнала. Республика Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, “Һүҙҙәр авторы”, “Композитор” һәм “Автор йыры” тигән номинациялар ҡаралған. Конкурстың приз фонды 1 миллион һум. Ғаризалар 31 июлгә тиклем ҡабул ителә.  Гала-концерт 27 августа баш ҡаланың Совет майҙанында ойошторола. Былтыр ижади ярышҡа 300-ҙән ашыу заявка тапшырылған.

Фото №1 - “Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ