Өфөнөң Орджоникидзе мәҙәниәт һарайы алдында ирекмәндәр «Георгий таҫмаһы» таратты. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары иһә ҡаһарман ата-бабалары иҫтәлегенә вальс әйләнде. Акция Ватанды һаҡлап һәләк булған яугирҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау маҡсатында үткәрелә һәм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. «Георгий таҫмаһы» илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлыҡ, хәрби батырлыҡ, дан символы булып тора. Бөгөн ул тыуған илебеҙ өсөн һынылышлы осорҙа Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлыҡтарына ҡарата ғорурлыҡ һәм ихтирам билдәһе.



