Евразия мәғариф үҙәге - донъя кимәлендәге юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Геном үҙәгендә башҡорт йәштәре командаһы мәктәбе семинары старт алды.
Унда Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте менән шөғөлләнгән 150-нән ашыу кеше, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырҙы.
Ике көн дауамында ҡыҙҙар, егеттәр һәм уларҙың етәкселәре үҙҙәренең һөнәри оҫталығын нейроселтәр, белем биреү модулдәре ярҙамында яҡшыртыу өсөн төркөмдәрҙә эшләне. Шулай уҡ улар йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге үҙгәрештәргә яуап биреү һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү ысулдары менән танышты. Башҡортостан Башлығы указына ярашлы министрлыҡ йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу стратегияһын да әүҙем тормошҡа ашыра. Уның төп асылы - төбәктең бөтә власть органдары һәм урындағы үҙидара менән бергә эшләү.



