Ғүмергә һуҙылған дуҫлыҡ. Йәрмәкәй районынан яңы ғаилә ҡорған Шәйғәновтар һуңынан Ғилмановтар Алыҫ Себер тарафтарына Нижневартовск ҡалаһына юллана. Ғаиләләр дуҫлашып-аралашып йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫлы хеҙмәт итә. Һуңынан Башҡортостанға ҡайтып, тыуған ауылында нигеҙ ҡора.
Йәрмәкәй районында йәшәүсе Зөлфиә һәм Рәмиз Шәйғәновтар ғаиләһе Нижневартовск ҡалаһына беренсе булып барып төпләнә. Рәмиз нефть сәнәғәтендә, Зөлфиә тегенсе булып эшләй. Ҡунаҡҡа килгән яҡташтары Зарема менән Фәнүр Ғилмановтар ҙа улар йәшәгән һәм эшләгән ҡалаға күсеп килә.
Хаҡлы ялға сығыу менән «Алтын-көмөш яуған ерҙән, тыуған-үҫкән ил яҡшы.»тип ғаиләләр бер-бер артлы тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә. Ғилмановтар баҡса тултырып йәшешсә -емеш үҫтерә. Буш ваҡыттарында махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итәләр.
Махсус хәрби операция башланыу менән Йәрмәкәй районында «Бында һәм хәҙер» ирекмәндәр клубы эш башлай. Башта аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, санитар-гигиена кәрәк-яраҡтары хәстәрләйҙәр. 2022 йылдан һалдаттар үтенесе буйынса маскировка селтәрҙәре үреүгә тотоналар.
Айырылмаҫ дуҫтарға әйләнгән Рәмиз һәм Фәнүр Ғилмановтар һағышты ла йыр-моң ярҙамында тарата. Моңло йырҙар башҡарыу уларға йәшәүгә көс, илһам һәм дәрт бирә. Әйткәйндәй, Рәмиз Шәйғәнов үҙе лә «Йәрмәкәй егеттәре» ансамблендә сығыш яһай.Ул гармунда уйнау һәм йырлауҙан тыш, музыка ҡоралдарын ремонтлап яңы һулыш бирә. Уның коллекцияһында 50-нән ашыу реставрацияланған гармун бар.
Әбделкәримдәр ай һайын гуманитар ылау туплай, махсус хәрби операция һалдаттарына ярҙам итеү йөҙөнән хәйриә концерттары ойоштора.Ҙур сәхнәнән моң өләшеүселәрҙең теләге бер-тиҙерәк илгә Еңеү килһен.
Гүзәл Борханова



