Өфөлә «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контрактты бер тәҙрә аша рәсмиләштерергә мөмкин

Үҙ теләгең менән Ватан һағына. Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү эше «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса ойошторолған. Республика район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән граждандар ошонда уҡ документ туплап, банк иҫәбе аса ала. Шулай уҡ медицина тикшереүе үтергә, анализдар тапшырырға мөмкин. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә. Һайлап алыу пунктында кандидаттарҙың хәрби хеҙмәткә яраҡлығы ҡарала. Контракт төҙөгән ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыр алдынан хәрби әҙерлек тә үтә.

Контракт төҙөү буйынса барлыҡ процедураларҙы ҡыҫҡа ваҡытта үтергә була. Хәрби хеҙмәткә 60, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Башҡортостанда теркәлеү мотлаҡ түгел. Түләүҙәрҙән тыш, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡырҡтан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәр ҙә беҙгә шылтыратып, хәрби хеҙмәткә контракт төҙөргә теләк белдерә. Уларҙы ла алдан иҫкәртәбеҙ, «Защитник» үҙәгендә йәшәү урындары бушлай бүленеп, өс тапҡыр туҡланыу ойошторола. Иң мөһиме белгестәр төрлө һорауҙар, шул иҫәптән документ туплау буйынса консультациялар ҙа алып бара.

Фәдис Солтанов, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ