Игорь Акинфеев Алексеевка ауылындағы спорт залына ремонт эшләүҙә ярҙам итәсәк

Игорь Акинфеев Өфө районы Алексеевка ауылындағы мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан спорт залын төҙөкләндерергә ярҙам итәсәк.

Был хаҡта ЦСКА командаһы капитаны социаль селтәр аша хәбәр иткән. Социаль селтәрҙә Алексеевка ауылы спортсыларының видеояҙмаһын күргәндән һуң Игорь Акинфеев спорт залына ремонт эшләүҙә ярҙам күрһәтәсәге хаҡында белдергән. Уҡыусыларҙың һыу тултырылған шешәләрҙе ата-әсәһе башынан оҫта итеп туп менән һуғып төшөрөүҙәре тураһында видеояҙма интернетта күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткән.

90 тирәһе бала шөғөлләнә, футболды яраталар, әлбиттә ремонт кәрәк. Спорт залы ғына түгел, беҙҙең егеттәргә тейешенсә уйнау өсөн физкультура һауыҡтырыу комплексы кеүек ҙур майҙан талап ителә.

Илдус Шәрәфетдинов, тренер

Акинфеев фонды директоры менән һөйләшеү алып барабыҙ. Улар беҙҙең балаларыбыҙҙы спорт йүнәлешендә үҫтерергә ярҙам итергә теләй.

Айгөл Дәүләтбаева

Шулай уҡ «Альтаир» ҙың йәш футболсылары «Игорь Акинфеев Кубогы» халыҡ-ара балалар турнирында ҡатнашырға саҡырылған. Ярыштар августа Мәскәү эргәһендәге Химкиҙа үтәсәк. Унда Игорь Акинфеев Башҡортостандың Өфө районы футбол таланттары менән шәхсән аралашырға теләй. Тимәк, Өфөнөң Алексеевка ауылы балалары Рәсәй футболының киләсәге була ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ