«Александр Пушкин» Өфөлә. Баш ҡалаға бөйөк рус шағиры исемен йөрөткән теплоход килде. Дүрт палубалы йылға транспорты Өфө өсөн һирәк күренеш һәм ул йылына бер тапҡыр, Ағиҙел ташҡанда ғына инә ала. Шуға күрә теплоходтың баш ҡалаға килеүе байрамға әйләнә. Түбәнге Новгородтан килгән ҡунаҡтарҙы БЮТ хәбәрселәре лә ҡаршыланы. Айнур Кәбиров яҙмаһы.
Музыка был юлы теплоходта түгел, ә причалда уйнай. Швартов ярға бәйләнеп тә өлгөрмәй, пристандә байрам башлана. Башҡорттар ҡунаҡтарҙы шулай ҡаршылай. Дәртле йыр-бейеү туристарҙы ла битараф ҡалдырманы. Улар йылы каюталарынан сығып бейеү өйөртмәһенә ҡушылды.
«Александр Пушкин» Башҡортостанда тәүгә түгел. Быға тиклем дә судно яҙғы ташҡында баш ҡалаға килеп еткәне бар. Өфө -Түбәнге Новгородтан башланған йылға круизының һуңғы ҡалаһы. Майлы сүлмәк ҡапҡасынан билдәле тигәндәй, туристар Өфөгә тәүге күреүҙән үк ғашиҡ булған һәм мауыҡтырғыс сәйәхәткә өмөтләнә.
«Александр Пушкин» теплоходын һыу өҫтөндәге өс йондоҙло отель менән тиңләйҙәр. Премиум класҡа ҡараған судно ярҙағыларҙың иғтибарын йәлеп итә. Уның килеүен белеп Өфө халҡы ла пристангә йыйылды.
Йылғалар буйлап круиз 27 апрелдә башланып 11 көн дауам итә. Һәр ҡала, һәр төбәк тә туристарға үҙенә хас мәҙәниәтен, һый-хөрмәтен күрһәтеп ҡаласаҡ.
Әйткәндәй, май байрамдарында Өфөләрҙе тотош теплоходтар парады көтә. Иртәгә баш ҡалаға «Рәсәй», «Виссарион Белинский», «Александр Бенуа» суднолары киләсәк. Һуңынан баш ҡала причалына Некрасов, Чехов һәм башҡа бәләкәйерәк теплоходтар ҙа швартов ырғытасаҡ.
Айнур Кәбиров



