Бинаның беренсе ҡатында «Үҙебеҙҙекеләр тураһында» тип исемләнгән экспозиция урын алған. Унда Республика милли музейы хеҙмәткәре, махсус хәрби операция яугиры Леонид Юлдашевтың эштәре менән танышырға мөмкин. Яҡташыбыҙ фотһүрәттәрендә һалдаттарҙың көндәлек тормошо, хәрби заданиелар мәлен сағылдырған. Шул уҡ ҡатта «Беҙҙең ғаилә геройҙары» тип исемләнгән күргәҙмә лә асылды. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған экспозиция идеяһы башҡа төбәктәргә лә таралып өлгөргән. Рөсәйҙә үҙ геройы булмаған бер генә ғаилә лә юҡ. Һәм тап бөгөн быуындар күсәгилешлеген һаҡлап ҡалыу мөһим, ти ойоштороусылар. Экспозиция профсоюз өлкәһендә эшләгән фронтовиктарҙың фотоларынан , әлеге хеҙмәткәрҙәрҙең яуҙа булған ата-олаталары һүрәттәренән ҡоролған. Бинаның икенсе ҡатында иһә рәссамдарҙың Ватан һаҡсыларына, геройҙарға бағышланған картиналарын күрергә мөмкин.




