Уҡыу йылы дауамында төрлө йүнәлештәрҙә алдынғы булған, ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар тәбрикләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ районының мәғариф бүлегендә бер нисә йыл рәттән һәләтле балаларҙы тәбрикләү йолаһы йәшәп килә. 2024-2025 уҡыу йылына йомғаҡ яһаған “Йондоҙҙар парады” район слетында бөтәһе 202 уҡыусы һәм 98 остаз ҡатнашты.
Наградалар үҙ геройҙарҙын тапты, мәктәпкә дан килтергән балаларҙың исемдәре яңғыраны, педагогтарҙың, түңәрәк етәкселәренең индергән өлөшө билдәләнде. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, һынлы сәнғәт буйынса республика олимпиадалары, шулай уҡ төрлө Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика ижади конкурстары, ғилми-ғәмәли конференциялар, спорт ярыштары еңеүселәре һәм призерҙары тәбрикләнде, уларға бүләк сертификаттары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Тантананы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналған «Еңеү беҙҙең йөрәктәрҙә» район фестиваль-конкурсының иң яҡшы номерҙары биҙәне.
Уҡыусыларҙың уңыштарының төп нигеҙе - уҡытыусының тынғыһыҙ хеҙмәте. Әле мәктәптең йөҙөк ҡашы булған уҡыусылар киләсәктә халҡыбыҙҙың ғорурлығына әүерелеп, арҙаҡлы шәхестәр сафына баҫыр.
Раушания Рәхимова



