Иглин районы үҙәгендә Яҙ һәм хеҙмәт байрамы уңайынан еңел атлетика буйынса быйылғы беренсе кросс ойошторолдо. Иглин ауылының 7-се мәктәбенең спорт майҙанында уҙғарылған ярышта 3 йәштән 76 йәшкә тиклемге 150-ләп кеше көс һынашты. Быйылғы ярыш Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватан һаҡсылары йылы һәм Башҡортостанда дауам иткән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналды. Иң тәүҙә дистанцияға 3 йәштән биш йәшкә һәм 6-йәштән 9 йәшкә тиклемге кекәйҙәр сыҡты. Төрлө быуын вәкилдәренә саф һауалағы спорт ярышы матур тәьҫораттар, байрам кәйефе бүләк итте. Еңеүселәр Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.



