Иртәгә, 3 майҙа Башҡортостанда Хәтер һәм хөрмәт көнө үтә. Республикала бер нисә йыл элек булдырылған дата тураһында соицаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Был көндө республикала йәшәүселәр ҡыштан һуң зыяраттарыҙы тәртипкә иклдетерә, яҡындарын иҫкә ала.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, етәкселәрҙең бурысы - был көндө халыҡ яҡындарының ҡәберҙәренә бара алһын өсөн шарттар тыуҙырыу. Ошоға бәйле «Башавтотранс» йәмғиәте зыяраттарға илтеү өсөн өҫтәмә 50 автобус бүлә. Уларҙың йөрөү ваҡытын махсус һылтанма буйынса табырға мөмкин. Зыяраттарҙа был көндө өмәлдр ойошторола, сүп-сар сығарыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм ветерандарҙың ҡәберҙәренә айырым иғтибар бүленергә тейеш. Был көн еңеүселәр быуынына хөрмәт күрһәтеү һәм уларҙың батырлыҡтары өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтеү мөмкинлеге, тип белдергән төбәк етәксеһе.



