Американың Бредлиһы, Британияның Спартаны, Француздарҙың Рошеле, Төрөктәрҙең Кирпиһы һәм башҡа көнбайыш трофейҙары бер майҙанда. Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡайратылған сит ил хәрби техникаһы күргәҙмәһе асылды. Баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына уны илдең оборона министрлығы тәҡдим итә. Бронемашиналарҙың барыһын да «Үҙәк» ғәскәрҙәре группировкаһы яугирҙары ҡулға төшөргән.
Дәү булып ултырыуҙарына ҡарамаҫтан, хәҙер улар хәүеф тыуҙырмай. Көбәктәр төшөрөлгән, күптәре хатта йөрөй ҙә алмай. Хәҙер улар ни бары экспонат ҡына. Ә бит яуға ингәнсе улар бер ниндәй ҡоралдан да ҡурмай тигән даны бар ине. Күрәһең был һүҙҙәр ҡурҡытыу өсөн генә булған. Быны махсус хәрби операция яугирҙары үҙҙәре лә иҫбатлай.
Башҡала хакимиәте янындағы майҙанда ун хәрби техника өлгөһө урынлаштырылған. Уларҙың барыһы ла махсус хәрби операция яугирҙары тарафынан эшлектән сығарылған. Күргәҙмәнән тотош Ер шарының географияһын өйрәнергә мөмкин. Беҙҙең илгә ҡаршы Украина ҡораллы көстәре генә түгел, ә тотош коллектив көнбайыш һуғышҡанына асыҡ дәлил.
Күргәҙмә бер яҡтан Рәсәйгә ҡаршы ут асыусы илдәргә ҡарата нәфрәт тыуҙырһа, икенсенән ғорурлыҡ тойғолары уята, ти күргәҙмәгә килеүселәр. НАТО илдәренең хәрби машинаһы нисек кенә маҡталмаһын, беҙҙең егеттәр уны тар-мар итеү юлын таба. Тимәк беҙҙең техника күпкә яҡшыраҡ.
Күргәҙмә менән махсус хәрби операция яугирҙары үҙҙәре үк таныштыра. Улар халыҡтың һорауы буйынса һәр бронемашина тураһында ентекләберәк, уларҙың ҡайҙа ҡулға төшөрөлгәне, трофейлыҡҡа алған яугир хаҡында ла һөйләп бирә. Асыҡ һауалағы күргәҙмә Өфөлә 12 майға тиклем эшләй.
Айнур Кәбиров



