Өфө бейеүселәре халыҡ-ара сәхнәлә еңеү яуланы

Өфө бейеүселәре - иң яҡшылары! «Место» хореография студияһы ҡыҙҙары Һамар ҡалаһында үткән «Red style fest» халыҡ-ара конкурсының «Заманса бейеү» номинацияһында гран-при яуланы. Шулай уҡ баш ҡала бейеүселәре өсөн «Легенда» Бөтә Рәсәй чемпионаты ла уңышлы үтте. Бәйгелә икенсе һәм өсөнсө дәрәжә лауреаттары исеменә лайыҡ булдылар. «Место» хореография коллективы ике йыл элек ойошторола, әле бында 30-ға яҡын үҫмер шөғөлләнә. Еңеүҙәр - тағы ла яҡшыраҡ эшләргә, яңы конкурстарҙа ҡатнашырға көс бирә, ти студия етәкселеге.

Беҙҙең коллектив башҡа конкурстанттарға ҡарағанда йәшерәк һәм улар араһында еңеү яулау ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә. Тағы ла алға ынтылғы, төрлө кимәлдә үҙ-үҙеңде танытҡы килә. Беҙҙең өсөн ижад - ул халыҡҡа матурлыҡ бүләк итеү.

Наталья Тимербаева, «Место» студияһы етәксеһе һәм хореографы
Волна
Акции БСТ