Илгә Еңеү яҙы килтергән атай-олатайҙарҙың ҡаһарманлығы онотолмай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап Баймаҡ районында «Баймаҡ-Өфө» велоуҙышына старт бирелде. Бөйөк Еңеүгә арналған спорт саралары йылъяҙмаһын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова барланы.
Велоуҙышта ҡатнашҡан ете ир-уҙаман хәтер һәм хөрмәт акцияһын илебеҙгә Еңеү яҙын алып килгән ҡаһарман олатайҙарына бағышлай. Уларҙы ҡаланың төп майҙанында тәбрикләнеләр. Оҙон юлға сығыусыларға Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов иэге теләктәрен еткерҙе.
Баймаҡтар Бөйөк Еңеүҙең утыҙ йыллығын билдәләнгән осорҙа уҡ быуындар күсәгилешлеген бәйләгән яҡшы йолаға нигеҙ һала. Ярты быуат элек Баймаҡтан Өфөгә тиклем 10 саңғысы уңышлы юл үтеп, марш-бросок яһай. Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығы уңайынан яҡташтар йәнә саңғы командаһына берләшеп, башҡалаға тиклем юлды ҡабатлай. Иҫтәлекле сәфәрҙә ҡатнашҡан ир-уҙамандарҙың береһе Илшат Хәмитов бөгөн дә үҙ булмышына тоғро ҡалып, велоуҙышта ҡатнашыусылар сафында.
Баймаҡ районынан Бөйөк Ватан һуғышына 13 350 кеше киткән, Улар ҙың 6 меңгә яҡыны яу ҡырҙарында башын һалған, 7 мең ярым яугир тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан. Велоуҙышта ҡатнашыусы Вадим Ғәбитов илебеҙгә Еңеү яулаусы олатаһы тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай.
Физик һәм рухи әҙерлек талап иткән сәфәргә сығыусы ир-егеттәрҙең береһе лә профессиональ спортсы түгел. Араларында махсус хәрби операция яугиры Әмир Әхмәров та бар.
Баймаҡта уҙған быуатта уҡ нигеҙ һалынған күркәм йоланы дауам итәсәк лайыҡлы быуын үҫеп килә. Әлегә оло юлға йөрьәт итеүселәргә велосипедтарында сығып теләктәшлек белдереп ҡалыусы Темәс мәктәбе уҡыусылары киләсәктә үҙҙәре лә Баймаҡ-Өфө юлын ике тәгәрмәсле транспортта елеп үтергә хыяллана.
Велоуҙышсыларҙы Өфөгә тиклем оҙатып барыу өсөн район хакимиәте ике еңел автомобиль бүлгән. Улар аҙна дауамында велосипедсыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған велоуҙыш Темәс ауылынан башланды. 7 ир-уҙаманды 50-ләгән малай-ҡыҙ оҙатып ҡалды. Велосипедсылар 8 май башҡалабыҙ Өфөнөң Дуҫлыҡ монументына килеп етә.
Гүзәл Борханова



