Республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә

Хәүефһеҙлек маҡсатында урман- яландарҙа, ихаталарҙа усаҡ яндырыу тыйыла. Ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәр өсөн 20 мең һумға тиклем штраф, ә янғын сыҡҡан осраҡта ғәйепле граждандарҙы яуапҡа тарттырыу ҡаралған. Янғын сығыу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн Өфөнөң Киров районында рейд ойошторолдо.

Заречное баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүселәр шәмбе иртәһен инспекторҙар менән аралашыуҙан башланы. Белгестәр байрам осоронда янғын сығыу ихтималлығы юғары булыуын иҫкәртеп, айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Баҡсасылыҡ ширҡәтендә даими йәшәгән һәр кемдең йортонда янғын иҫкәртеү ҡоролмалары булырға тейеш. Урындағы халыҡ көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы аңлап ҡабул итә - быға тиклем биләмәлә янғын сығып фажиғә теркәлгән осраҡтар булған.

Май байрамдарында халыҡ ғәҙәттә шашлык ҡыҙҙырыу өсөн ут яға. Башҡортостанда 18 апрельдән ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы урман-яландарҙа, ихаталарҙа усаҡ яғыу тыйыла. Ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәр өсөн 10 мең һумдан 20 мең һумға тиклем штраф, ә янғын сыҡҡан осраҡта ғәйепле граждандарҙы яуапҡа тарттырыу ҡаралған.

Республикала урман янғындары менән көрәшкә быйыл 10 меңдән ашыу хеҙмәткәр һәм 3 мең берәмек техника әҙерләнгән.Ҡотҡарыу эштәренә юғары һөҙөмтәле Ка-32 вертолеты йәлеп ителәсәк. Әммә ут менән көрәшеүҙән иҫкәртеү сараларын һәм хәүефһеҙлек талаптарын үтәү хәйерлерәк.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ