Республика башлығы социаль селтәрҙәрендәге «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин Хәлитовҡа бағышланы һәм уның фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты. Ейәнсура районында йәшәүсе ветеранға 99 йәш.
Әхмәтдин Хәлитов үҫмер сағында уҡ колхозда эшләй, фронтҡа ярҙам итә. 17 йәшендә элемтәселәр мәктәбен тамамлағандан һуң, үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа юллана. 1-се Ураина фронтының 335-се уҡсылар полкы составында һуғыша. «Корсунь-Шевченовская» тигән ҡатмарлы операцияларҙың береһендә ҡатнаша. Унда дивизиялар бер-береһен ишетһен өсөн элемтәселәргә күп көс һалырға тура килә. Польшаны азат иткән ваҡытта Әхмәтдин Фәхредин улы ҡаты яралана, оҙаҡ дауаланғандан һуң, кире сафҡа баҫа. Бөйөк Еңеүҙе яҡташыбыҙ Берлиндан йыраҡ түгел Эльба буйында ҡаршылай. 1945 йылда Әхмәтдин Фәхретдин улы тыуған яғына - Ғәббәс ауылына ҡайта, хужалыҡты тергеҙеүҙә ҡатнаша. 35 йыл Абҙан ремонт техника станцияһында , тағы 18 йыл пилорамала эшләй, - тип яҙған Радий Хәбиров. Әлеге ваҡытта Әхмәтдин Хәлитов Абҙан ауылында балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләсәләре менән йәшәй. Ғәжәйеп тыйнаҡ һәм ихлас кеше, илдәге ваҡиғаларҙы күҙәтеп бара, махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итә. Хөрмәтле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре, ҡәҙерле ил һаҡсылары, һеҙҙең алда баш эйәбеҙ һәм рәхмәтлебеҙ, тигән төбәк етәксеһе.



