Еңеү яҙын килтергән олатайҙар иҫтәлегенә Баймаҡтан Өфөгә ете велосепедсы юлға сыҡҡайны. Уларҙы урындағы халыҡ ҡаланың төп майҙанында оҙатып ҡалды. Баймаҡ районынан Бөйөк Ватан һуғышына 13 350 кеше киткән, Улар ҙың 6 меңгә яҡыны яу ҡырҙарында башын һалған, 7 мең ярым яугир тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан.
Велоуҙышсыларҙы Өфөгә тиклем оҙатып барыу өсөн Баймаҡ район хакимиәте ике еңел автомобиль бүлгән. Улар аҙна дауамында велосипедсыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған велоуҙыш Темәс ауылынан башланды. 7 велосипедсы 8 май башҡалабыҙ Өфөнөң Дуҫлыҡ монументына килеп етәсәк тип көтөлә.



