Гуманитар мәҙәни десант. Махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙар өсөн Дүрөйлө районы халҡы йыйған адреслы ярҙам барып етте. Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында дауаланған хәрбиҙәр өсөн концерт та ойошторолдо. Тулыраҡ беҙҙең хәрби БЮТ хәбәрсеһе әҙерләгән яҙмала.
Әңер төшөү менән пилотһыҙ осоу аппараттырының әүҙемлеге кәмей. Ғәҙҙәттә яугирҙар был мәлде йөк бушатыу өсөн ҡуллана. Дүртөйлө районы халҡы Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы яугирҙары һәм «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы подразделениелары өсөн адреслы ярҙам ебәргән.
Залдағыларҙың күбеһе ҡурайҙы тәүге тапҡыр күрә, илаһи тауышын беренсегә ишетә. Башҡортостан моңон махсус хәрби операция биләмәһенә республиканың халыҡ артисы, данлыҡлы мультиинструменталист Миңлеғәфүр Зәйнетдинов килтерҙе. Сығыш яһау алдынан яугирҙарға ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә еткерҙе.
Концерт ҡумыҙ көйҙәре менән дауам итте. Ҡайһы бер ғалимдар был музыка иструменты дауалау көсөнә эйә тигән фекерҙә.
Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһындағы концерт «Әсән» ҡушаматлы яугирҙың тыуған көнөн тура килде.Дүрөйлөләр буш ҡул менән килмәгән. Данлыҡлы яҡташтарына улар айғыр бүләк итте. Хужаһына әлегә йүгәне тапшырылды. Малҡай «Әсәндең» ҡайтыуын көтөп ҡала.
Дүртөйлө районы башлығы Риф Йосоповтың, «Әсән» ҡушаматлы яугир менән бергә сығыш яһауын концерттың иң тулҡындандырғыс мәле тип атарға мөмкин. Бергәләп улар «Әлдә һин бар әле донъяла» тигән композицияны башҡарҙы.
Яугирҙарҙы шулай уҡ «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының беренсе замполиты Рөстәм Шәһәбетдинов менән республиканың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов сәләмләне. Дүртөйлө районы халҡы йыйған шәхси бүләктәр таратылды.
Рафиҡ Әхмәтшин



