Кескәйҙәр өсөн йыр һәм строй конкурсы. Баймаҡ ҡалаһында тәүге тапҡыр мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған конкурс үтте.
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында патриотик рух, илһөйәрлек, илебеҙ тарихына һөйөү, Ватаныбыҙ азатлығы өсөн үҙ көстәрен һәм йәндәрен биргән ҡаһарман ата-бабаларыбыҙға хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы йыр һәм строй әҙерлеге конкурсы үтте. Сарала 8 мәктәпкәсә белем биреү учереждениеһы командалары ҡатнашты.
Һәр команда үҙенсәлекле итеп темаға ярашлы бер иштән кейенгән. Кескәйҙәр строй алымдарын дөрөҫ үтәү, теҙелеү, рапорт биреү, хәрби сәләмләү, йыр менән сафтан үтеү кеүек һынауҙар буйынса ярышты.
Ҡыҙыу һәм сәмле барған ярыштың һөҙөмтәләре буйынса, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүсе «Йондоҙло» балалар баҡсаһы командаһы гран‐при яуланы. Сара күңелле флешмоб менән тамамланды.



