Рәсәйҙәге берҙән-бер ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Башҡортостандан. Улар «Беренсе тирмә» проекты аҫтында берләшкән. Былтыр ноябрҙән тормошҡа ашырыла башлаған проект буйынса 100-гә яҡын гүзәл зат хәрби госпиталгә барып яралы яугирҙарға ярҙам күрһәтеп ҡайтҡан. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Республика башлығы рәйеселендә уҙған кәңәшмәлә шулай уҡ Бөйөк Еңеү көнөнә, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек эштәре лә тикшерелде. Аҙнаның төп темалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Үткән йылдың ноябрендә генә башланғыс алған «Беренсе тирмә» проекты хәҙер республиканың төрлө төбәктәренән 100-гә яҡын гүзәл затты берләштерә. Төрлө милләт, быуын, һөнәр вәкилдәре. Әммә уларҙың бөтәһен дә яралы яугирҙарға ярҙам итеү теләге бәйләй. Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар хәрби госпиталдә яу яланынан килтерелгән егеттәрҙе тәрбиәләргә, медицина процедураларына йөрөтөргә ярҙам итә. Әле махсус хәрби операция зонаһында 12-се состав эшләй.
Башҡортостандың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә Бөйөк Еңеү көнөнә әҙерлек бара, мемориаль комплекстар, һәйкәлдәр төҙөкләндерелә. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, республикала 2 меңдән ашыу һәйкәл бар, әле уларҙың мең ярымы ремонтланған. Лидерҙар исемлегендә - Ғафури, Ейәнсура, Хәйбулла райондары. Төп эштәрҙе 9 майға тиклем тамамлау ҡаралған, әммә тарихи урындарҙы тәртипкә килтереү артабан да дауам итәсәк.
Быйыл сентябрҙә «Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһы янына бронепоезд ҡуйыла. Шулай уҡ бында Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә етештерелгән заманса двигателдә урын ала. Радий Хәбиров әйтеүенсә, стела тирәһендәге биләмә республика ҡаҙаныштарының үҙенсәлекле күргәҙмәһе буласаҡ.
Әле яҙғы баҫыу эштәре һәм юл ремонты ҡыҙған миҙгел. Радий Хәбиров юлсыларға трассаларҙы һәм төбәк-ара юлдарҙы ремонтлау буйынса бурыстарҙы ла билдәләп үтте. Шулай уҡ Булгаков ауылы эргәһендә Өршәк йылғаһы аша күперҙе реконструкциялау көтөлә. Ремонт 3 июндә башлана, юл йөрөүсөләргә тығындарға эләкмәү өсөн хәрәкәт маршрутын алдан планлаштырырға кәңәш ителә. Баҫыу эштәренә килгәндә, әле хужалыҡтар ярауай культураларҙы сәсә башлаған. Эште 10 июнгә тамамлау ҡарала, аграрийҙар аяҙ һәр көндө файҙаланып ҡалырға тырыша.
Рәмзиә Кәримова




