Артур Хисмәтуллин махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәтә

Башҡортостандан Артур Хисмәтуллин махсус хәрби операция биләмәһендә батырлыҡ һәм юғары оҫталыҡ күрһәтә. Был хаҡта Рәсәй Оборона министрлығына һылтанма менән федерал каналдар хәбәр итә.

БМП командиры Артур Хисмәтуллин штурмлау төркөмөн хәрби бәйләнеш һыҙығына алып бара. Хәрәкәт барышында яҡташыбыҙ урман һыҙатында дошмандың ҡоралланған пехота төркөмөн асыҡлай. Ул тиҙ генә хәлде ҡулға алып, автомат пушканан неонацистарҙы юҡ итә. Дошмандың ҡаты уты аҫтында тәғәйенләнгән урынға барып еткәс, сержант Хисмәтуллин пехотаны броня менән ҡаплай. БПМ командирының тәүәккәл ғәмәлдәре ярҙамында Рәсәй яугирҙары мөһим сиктәрҙе биләй, ә хәрби машина һаҡлап алып ҡалына.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ