Республика Башлығы Радий Хәбиров указға төҙәтмәләр индерҙе. Уға ярашлы, йәш педагогтар өсөн йыл һайын бирелгән грант һаны 50-нән 75-кә еткерелде. Һәр береһенең суммаһы - 575 мең һум. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 75 йәш тәрбиәсе грант ала.




