Киләһе йылда төҙөкләндереләсәк объекттар өсөн 420 мең кеше тауыш биргән

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә,  Мәсетле, Күгәрсен, Краснокама, Бүздәк, Ишембай, Дүртөйлө, Иглин, Әбйәлил, Өфөнөң Ленин һәм Октябрь райондары әүҙем тауыш бирә, Архангел, Благовар һәм Баймаҡ халҡы һүлпәнлек күрһәтә.  Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан биләмәләр исемлеге халыҡ фекерен, парк һәм скверҙар торошон иҫәпкә алып төҙөлгән. 241 биләмәнән 159-ы һайлап алына. Уларҙы төҙөкләндереү өсөн аҡса бүленә. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Тауыш биреү 12 июнгә тиклем дауам итә.

Фото №1 - Киләһе йылда төҙөкләндереләсәк объекттар өсөн 420 мең кеше тауыш биргән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ