Башҡортостанда утта ике кеше һәләк булған

Бөгөн төндә Краснокама районы Яңы Нуғай ауылында ағас йорт янған. Утта 59 йәшлек ир һәләк булған. Әле янғын сәбәптәре тикшерелә. Учалы районы Ҡалуй ауылында ағас йорт, мал ҡураһы һәм мунса янған. Утты һүндергәндән һуң ир кәүҙәһе табылған.  Янғын һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөнән сығыуы ихтимал, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика комитетынан.

Фото №1 - Башҡортостанда утта ике кеше һәләк булған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ