Баш ҡалала йәшәүсе ике ветеран - Сафуан Басиров менән Родион Лобанов Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына юлланды. Уларҙы илебеҙҙең төп байрамына тантаналы оҙатыу сараһы Өфө Тимер юл вокзалында үтте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Совет музыкаһы ветерандарҙы йәшлеккә алып ҡайтҡандай. 80 йыл элек Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан Родион Лобанов өсөн Бөгөнгө иртә айырыуса көтөп алынған. Яуаплылыҡ һәм теүәллек менән ул поезд килеп туҡтаған ваҡытҡа тиклем Өфө тимер юл вокзалына килеп етте. Былтыр фронтовик үҙенең хыялын тормошҡа ашырып Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парадына шаһит булғайны. Был юлы ла 9 майҙы Рәсәй Президенты менән бер трибуна артында ҡаршы алырға әҙерләнә. Мәскәүгә сәйәхәт - яңы хис-тойғолар өҫтәй һәм ул мәңгегә иҫтә ҡала, ти ул.
Родион Григорьевич Кушнаренко районында тыуа. Рядовой уҡсының хәрби юлы снайперҙар мәктәбендә башланып Ленинград фронтында дауам итә. Нарва ярындағы алыштар уның яҙмышын билдәләй - һалдаттың аяҡ бармаҡтары туңып госпиталгә эләгә. Быйыл сентябрҙә ветеранға 100 йәш тула. Үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын Сафуан Басиров та ҡаршы алырға әҙерләнә. Ул да Еңеү парадында ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә юллана.
Колясканан баш тартып, һалдаттарса баҫып тимер юл вокзалына ингән Сафуан Абдулхаҡ улын да музыка оҙатыуы аҫтында ҡаршы алдылар. Еңеү көнө барыһы өсөн дә яратҡан һөм көтөп алынған байрам. Төп парадты быға тиклем телевизор аша күҙәткән фронтовик Мәскәүгә сәфәрҙе тулҡынланып көтә.
Сафуан Басиров 1943 йылда Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Приморье крайында артиллерия часында хеҙмәт итә. Корея ярымутрауының төньяғын япон илбаҫарҙарынан азат итеү хәрәкәттәрендә, Төньяҡ Корея, Сахалин һәм Курил утрауҙарындағы алыштарҙа ҡатнаша. Миҙал-ордендар менән бүләкләнә.
Ветерандарҙы хакимиәт вәкилдәре , ветерандар ойошмалары ағзалары, махсус хәрби операция яугирҙары һәм ирекмәндәр оҙатты. Фронтовиктар Мәскәүгә уңайлы вагондарҙа барып ҡайтасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова



