Әҙерлек 80 процент. Баймаҡта Салауат Юлаев исемендәге парк реконструкциялана. Йәмәғәт бәләмәһен йәйгә, ҡала көнөнә асырға ниәтләйҙәр. «Уңайлы ҡала мөхите» проектына ярашлы Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшыһы тип табылған «Ирекле яр» проектын тормошҡа ашырыу барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.
Ҡала үҙәгендә урынлашҡан Салауат Юлаев исемендәге парк биләмәһе әлеге ваҡытта ял итеүселәр өсөн ябыҡ. Тиҙҙән Баймаҡ халҡы миили батырыбыҙ, шағир-импровизатор һөйкәле янында фотоға төшөп, спорт һәм мәҙәни саралар үҙәгендә ҡайнап йәшәй аласаҡ.
Реконструкция эштәренең 80 проценты үтәлгән дә инде. Яҡын арала бәләкәй архитектура формалары:скейт-майҙансыҡтар, күләгәлә ҡояш нурҙарынан һаҡланыу урындары, эскәмйәләр урынлаштырыласаҡ. Парктың төп үҙенсәлектәренең береһе - һауа күпере. Уның асылыуын Баймаҡ халҡы түҙемһеҙләнеп көтә.Бынан тыш йәмәғәт биләмәһе үҙәгендә фотан да ҡороласаҡ. Әүҙем ял яратыусылар өсөн йүгереү һуҡмаҡтары, йәйәүләргә юлдар һалына.Подрядсылар мини-футбол, теннис, баскетбол, хоккей өсөн спорт майҙансыҡтары төҙөй. Төҙөлөштә илдә етештерелгән материалдар ғына ҡулланыла.
Тотош ғаиләләр менән ял итеү өсөн универсаль зона «Ирекле яр» проекты буйынса төҙөлә. Был проект бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулай. Авторҙар эксперттарҙы ете башҡорт ырыуы тарихы менән илһамландырған.
Яңыртылған Салауат Юлаев паркында ял итеүселәр хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 24 видеокамера ҡуйылған. Был майҙанда киләсәктә йыр-моңлар яңығрап торасаҡ. 6 гектар майҙандағы парк ҡоймалары ла яңыртылған.
Гүзәл Борханова



