Плей-офф һөҙөмтәләре буйынса яҡташтарыбыҙ бронза миҙал менән бүләкләнәсәк. Ярымфиналдың алтынсы матчында юлаевсылар «Локомотив» тан 2:4 иҫәбенә отолдо. Дәғүәселәр ҡапҡаһына шайбаларҙы Скотт Уилсон менән Александр Хмелевский индерҙе. Шулай итеп яҡташтарыбыҙ серияла 1:4 иҫәбенә еңелде. Ярославлдәге һуңғы уйындан һуң юлаевсыларҙың сисенеп-кейенеү бүлмәһенә Радий Хәбиров килде. «Һеҙ ысын ирҙәр. Башҡортостанда йәшәүселәр һәм уйынға ҡарап хоккейға барасаҡ меңләгән малайҙар исеменән барығыҙға ла рәхмәт белдерәм», тине төбәк етәксеһе. Ул шулай уҡ Виктор Козловҡа «Салауат Юлаев» клубының баш тренеры вазифаһында ҡалырға тәҡдим итте. Билдәле булыуынса, Виктор Николаевичтың юлаевсылар менән ғәмәлдәге контракты 31 майға тиклем иҫәпләнгән.
Миҙгел тамамланғандан һуң «Салауат Юлаев» хоккейсылары һәм тренерҙары Өфөгә ҡайтты. Команда самолетта төнгө сәғәт дүрттәр тирәһендә килеп төштө. Баш ҡала аэропрортында юлаевсыларҙы көйәрмәндәр ҡаршы алды. Йәшел йөрәкле фанаттар ғәҙәттәгесә, Контитенталь хоккей лигаһында иң яҡшыларҙың береһе тип иҫәпләнә. Хоккейсылар тап тоғро көйәрмәндәр ярҙамында айырыуса ауыр мәлдәрҙә үҙҙәрендә көс табып призлы баҫҡысҡа күтәрелә алды.



