Владимир Путин менән осрашҡанда ҡулдары ла ҡылтыранған. Радий Хәбиров йәштәргә ил башлығы менән тәүге осрашыуы тураһында һөйләне. Ҡурҡыуҙан түгел, тулҡынланыуҙан, тине республика етәксеһе. Был турала ул үҫмерҙәрҙең иң иҫтә ҡалған мәлдәр тураһындағы һорауына яуап итеп белдерҙе. Бынан тыш Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙар тетрәндереүен, Башҡортостан тарихындағы мөһим һәм күләмле ваҡиғаларҙың да иҫендә уйылып ҡалыуы тураһында әйтте. Сөнки республика һулышын тойоп , уның киләсәге өсөн босролоп йәшәйем, тине төбәк башлығы.
«Уңышҡа үҙ юлым» форумында ҡатнашыусылар менән осрашыу Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркта уҙҙы. Усаҡ янындағы әңгәмәгә республиканың төрлө райондары һәм уҡыу йорттарынан 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге 350 кеше саҡырылған. Уларҙың барыһы ла социаль проекттар авторҙары һәм башланғыстарын тормошҡа ашырыу, идара итеү эшен камиллаштыра. Йәштәр, әммә һорауҙар етди. Форумда ҡатнашыусыларҙы төбәк етәксеһенең идара итеү үҙенсәлектәре, шәхси мотивация, республикала йәштәр өсөн тәғәйенләнгән программалар, Радий Хәбировтың артабанғы яҙмышы ла ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостан башлығы иһә үҙ сиратында усаҡ янына йыйылған йәштәрҙе ысын күңелдән ихтирам итеүен белдерҙе. Сөнки улар күңел асыу саралары, гаджеттар, насар ғәҙәттәрҙән баш тартып үҙ проекттарын башлаған.
Былтыр йәштәр проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн республикала 40 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бынан тыш 78 миллион һумға 143 грант отолған. Был иһә Волга буйы федераль округында икенсе күрһәткес. Радий Хәбиров төрлө йүнәлештәрҙә әүҙемлек күрһәткән, ирекмәнлек эшендә уңышҡа өлгәшкән бер төркөм йәштәргә «Башҡортостан ирекмәне» почет билдәһе тапшырҙы.




