«Беренсе тирмә» республика проекты ирекмәндәре беренсе форум-осрашыуға йыйылды

Сарала әүҙем йәмәғәтселәргә рәхмәт хаттары тапшырылды, проекттың әһәмиәте тураһында һөйләшеү булды. «Беренсе тирмә» 2024 йылдың ноябрендә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко тәҡдиме менән башланған үҙенсәлекле проект. Был Рәсәйҙәге берҙән-бер ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды. Гүзәл заттар хәрби госпиталгә барып яралы яугирҙарҙы тәрбиәләргә ярҙам итә. Ноябрҙән алып әлегә тиклем 12 состав эшләп ҡайтҡан, ошо көндәрҙе тағы бер төркөм юлға сыҡҡан. Һәр состав ете ҡатын-ҡыҙҙан туплана.

Ирекмәнлек - ул үҙ ваҡытың, аҡсаң иҫәбенә башҡаларға ярҙам күрһәтеү, йәғни күңел, йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған изге ғәмәл. «Беренсе тирмә» республика проекты Башҡортостандың төрлө төбәктәренән оло йөрәкле, миһырбанлы, мәрхәмәтле ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерә. Улар хәрби госпиталдә ятҡан ауыр яралыларға ҡул көсө, күңел йылыһы менән ярҙам итә. Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ