Аҡ халатлыларҙан йыр-моң. Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә йыл һайын Еңеү көнөнә байрам концерты ойошторола. Быйыл да медицина учреждениеһы табиптары һәм хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре өсөн байрам программаһы тәҡдим итте. Кисәлә төрлө композициялар башҡарылды, Өфөнөң ижади коллективтары һуғыш осорондағы йырҙар менән сығыш яһаны.
Госпиталь пациентарын Тәфтиш комитетының төбәк идаралығы етәксеһе Владимир Архангельский менән Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тәбрикләне. Ҡунаҡтар шулай уҡ 98 йәшлек фронтовик Риза Хәкимов менән дә аралашты. Ветеран 1945 йылдың авгусында Совет-Япон һуғышында ҡатнаша. Маньчжурия биләмәһен япон илбаҫарҙарынан азат итә. Оло быуын вәкиле үҙенең оҙаҡ йәшәү серҙәре менән уртаҡлашты, заман геройҙарҙың барыһына ла бөгөнгө батырлыҡтары өсөн рәхмәт әйтте.



