Ғаилә йылъяҙмаһы, һуғыш тураһында фотоһүрәттәр һәм фильмдарҙан рухлы образдар. Башҡортостан Башлығы кубогына Өфөлә республика конкурсы асылды. Ҡала халҡына һигеҙенсе класс уҡыусыларының эштәре тәҡдим ителде, ижади конкурста республиканан бөтәһе 12 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Конкурстың жюри рәйесе Каринэ Хәбирова ла йәш рәссамдарҙың уңышын лайыҡлы тип билдәләй.
Конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 һәм Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең 100 йыллығына арнала. Лауреаттарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды . Күргәҙмә менән шишәмбе - йәкшәмбе иртәнге сәғәт 10-дан киске 7-гә тиклем «Рәсәй-минең тарихым»тарихи паркында танышырға мөмкин.




