Велосәйәхәттең алтынсы көнөндә Баймаҡ ир-егеттәре Темәс-Бөрйән-Ишембай-Ғафури-Ауырғазы райондары буйлап һайланған машрутты уңышлы үтте. Әлеге ваҡытта велосипедсылар Ҡырмыҫҡалы районының Ҡамышлы ауылында ялға туҡтаған. Ете кешенән торған төркөм иртәгә Ҡабаҡ ауылы аша үтеп Өфөгә Дуҫлыҡ монументына 8 майҙа көнөдөҙгө сәғәт 12 килеп етер тип көтөлә. Велоуҙышсыларҙы Өфөгә тиклем оҙатып барыу өсөн Баймаҡ район хакимиәте ике еңел автомобиль бүлгән. Улар аҙна дауамында велосипедсыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә.



