Йәйге каникул алдынан шифаханаларҙың баш табиптары түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Улар алдағы миҙгел, дауалау процедуралары, күпме бала ҡабул итеү кеүек һорауҙарға яуап бирҙе. Республикала 11 балалар шифаханаһы эшләп килә. Уларҙа республиканан ғына түгел сит өлкәләрҙән дә балалар һаулығын нығыта.



