Республика йәмәғәтселеге Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты

Республика йәмәғәтселеге Дәүләт думаһы депутаты, сәйәсмән, Өфө ҡала хакимиәтенең элекке етәксеһе Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты. Баш ҡала үҫешенә күп көс һалған шәхес менән бәхилләшергә уның яҡындары, төрлө ведомство етәкселәре, хеҙмәттәштәре йыйылды.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай майҙанында ойошторолған матәм митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, арабаҙҙын ғәҙел,талапсан, тәжрибәле етәксе һәм коллега китте тип билдәләне. Павел Качкаев 2006 -2011 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһында эшләй. Был осорҙа баш ҡалала Конгресс, Өфө-арена кеүек ҡеүәтле объекттар төҙөлә, тимер юл вокзалы, аэропорт һәм башҡа биләмәләр тәртипкә килтерелә. Павел Качкаев Өфөлә Көньяҡ зыяратта ерләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ