Баш ҡалала Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең урындағы ойошмаһы ағзалары араһында дүрт тыл ветераны бар. Уларҙың береһе - Ғәли Моратшин. 12 йәшендә генә ғаилә тураһындағы хәстәрлек уның иңенә төшә. Ауырыған әсәһенә ҡусты-һеңлеләрен тәрбиәләшергә ярҙам итә, үҫмер сағынан колхозда эшләй. Һуғыш тамамланғандан һуң Көйөргәҙе ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Әрме сафында хеҙмәт итә, Ригалағы хәрби училище һәм Мәскәү ветеринария академияһын тамамлай. Ғәли Моратшин -доцент, ветеринария фәндәре кандидаты. 25 йыл Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡытҡан.
Тыл ветеранын Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Булат Сафин менән Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Өфөләге ойошмаһы рәйесе Андрей Коптев ҡотланы. Баш ҡаланың 28-се корреция мәктәп-интернаты уҡыусылары концерт номерҙары бүләк итте.



