Студент яҙынан Еңеү яҙына. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ижади коллективтары юғары уҡыу йорттары араһында уҙғарылған иң күләмле конкурс һөҙөмтәләрен Еңеү көнөнә бағышланы. Белем усағы алдындағы майҙанда «Студент яҙы» фестиваленең иң сағыу бейеү һәм йырҙарынан торған концерт уҙҙы.
Совет урамы буйлап интерактив майҙансыҡтар урынлаштырылғайны. Унда студенттар һәм баш ҡала халҡы ветерандарға байрам открыткаһы, махсус хәрби операция яугирҙарына хаттар яҙа алды. Үҫмерҙәр Калашников автоматын һүтеп йыйыу, усаҡ тоҡандырыуҙа оҫталыҡтарын арттырҙы. Килгән ҡунаҡтарҙың барыһы ла ялан ашханаһында бешерелгән һалдат бутҡаһы менән һыйланды.



