Өфөләге «Аҡсарлаҡ» лагерында дүрт профилле смена ҡаралған. Уҡыусылар өсөн дүрт корпус эшләй, уларҙың икеһе модулле. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре биналарҙағы микроклиматты үлсәй. Дымлылыҡ, яҡтылыҡ тикшерелә. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса талаптарҙың үтәлеүе ҡарала. Лагерь Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып былтыр илдең иң яҡшы лагеры исеменә лайыҡ булған. Сираттағы миҙгелдә лә уҡыусыларҙы күңелле һәм файҙалы ял көтә.
Быйыл йәйге каникул мәлендә Башҡортостанда 1700 лагерь эшләйәсәк. Балаларҙы һауыҡтырыу, мәктәп һәм хеҙмәт лагерҙарында тематик сменалар ҡаралған. Хәүефһеҙлек һәм санитар талаптар үтәлеше тикшерелә, штат туплана.



